Быйыл федераль проект сиктәрендә «Умартасылыҡ» һәм «Һыу ҡоштары» йүнәлештәре буйынса бушлай уҡытыу ойошторола. Төбәктең ауыл хужалығы министрлығы конкурс нигеҙендә егерме тыңлаусыны һайлап алған. Агробизнес нигеҙҙәренә яңы төшөнә башлаусылар менән БСТ каналы ижади төркөмө лә осрашты.
Йомортҡанан себеш сығарыуҙан башлап ҡош итен тәрән эшкәртеүгә тиклем - «Фермерҙар мәктәбе»ндә яңы программа асылды. Ул ҡаҙ, өйрәк, күркә үрсетергә теләүселәр өсөн тәғәйенләнгән. Әлшәй районынан Рита Фазылова мәғариф проекты тураһында ишеткәс тә, ғариза ебәрә һалған. Киләсәккә пландары юғары.
Федераль проект сиктәрендә Башҡорт дәүләт аграр университетында «умартасылыҡ» йүнәлеше буйынса ла уҡыуҙар башланды. Курс тыңлаусылары бал продукцияһын етештереү буйынса иң яҡшы практикалар менән танышасаҡ.
«Фермерҙар мәктәбе»н ойоштороусылар булараҡ Рәсәй ауыл хужалығы банкы менән Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы сығыш яһай. Мәғариф проектында ҡатнашыусылар финанс-иҡтисади һәм маркетинг квалификацияһын арттырасаҡ. Тыңлаусыларға эш асыу мөмкинлектәре ентекләп аңлатыла. Саҡырылған спикерҙар бәләкәй эшҡыуарлыҡ йүнәлешендә дәүләт ярҙамы саралары менән таныштыра.
Федераль проект сиктәрендә махсус рәүештә уҡыу программалары төҙөлгән. Әйтәйек, уҙған йыл ит һәм сыр продукцияһы етештереү йүнәлештәре тормошҡа ашырылған. Борай районынан Рәмил Зарипов та ике айлыҡ курс үтеп, ауыл хужалығы буйынса белемен камиллаштырған.
«Фермерҙар мәктәбе» – уңышлы башланғыс. Республикала 2026 йылға тиклем аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү концепцияһы әҙерләнгән. Проект буйынса юғары маҡсаттар ҡуйылған.
«Фермерҙар мәктәбе» федераль проектында былтыр илдең дүрт төбәге генә, шул иҫәптән Башҡортостан ҡатнашһа, быйыл география күпкә киңерәк. Әйткәндәй, мәғариф программаһы өс айға иҫәпләнгән, тыңлаусыларға «Фермер хужалығы агробизнесы» һөнәри әҙерлек үтеү тураһында диплом тапшырыла.
Гөлназ Хәйбуллина