Республика Хөкүмәтендә оператив кәңәшмә башланып тора

Уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәрә. Кәңәшмәне тура эфирҙа күҙәтергә була. Видеоэлемтә аша министрлыҡ һәм ведомстволар, район һәм ҡала башлыҡтары менән коронавирус таралыуҙы сикләү саралары ҡарала. Яуаплы ведомство етәкселәре уҙған аҙнала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, шул иҫәптән газ өсөн бурысты ҡаплау барышы, юл-транспорт өлкәһендә ғәҙәттән тыш хәлдәргә бәйле ваҡиғалар менән таныштыра. Ултырышта ҡаты сирләгәндәрҙе дарыу менән тәьмин итеү, Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерлек һәм “Кесе Ватан мәҙәниәте” проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡарала.