Өлөшсөләрҙе алдауҙа ғәйепләнеүселәргә ҡарата ниндәй эш алып барыла?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Эске Эштәр министрлығынан ошондай отчет һораны. “Кешеләр хоҡуҡ һаҡсыларынан мутлашыу осраҡтарын тикшереүҙе, уларҙың аҡсаларын урлаусыларҙы яуапҡа тарттырыуҙы талап итә”, тип белдерҙе республика етәксеһе Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә.  

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала 7 мең самаһы алданған өлөшсө иҫәпләнә. Проблемалы йорттар һаны 125. Мәсьәләне хәл итеү өсөн дәүләт ярҙамы күрһәтелә.