Бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһында мәктәптәге ашатыу сифатына арналған брифинг үтә. Ҡыҫҡа матбуғат конференцияһында Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, шулай уҡ Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусевтың ҡатнашыуы көтөлә. БСТ-ның Бәйләнештә социаль селтәрендәге төркөмөндә һорауҙар ҡалдырырға була. Тура эфир киске 7-лә башлана.