Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә мәктәптәрҙә туҡланыу мәсьәләһе ҡаралды

Республика етәксеһе Радий Хәбиров хаталар өҫтөндәге эште етмәгән кимәлдә тип баһаланы. Уҡыусыларҙың ата-әсәләренән ялыуҙар килеүе дауам итә. Уларҙың күп өлөшө Өфө уҡыу йорттарына тура килә. Ата-әсәләр  башлыса һыуыҡ аҙыҡ менән ҡәнәғәт түгел. Был хаҡта  Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская сығыш яһаны.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Балаларҙы сифтлы ашатыу –  дәүләт бурысы. Һәр мәктәп буйынса тикшереүҙәр башлағыҙ, реестр булдырасаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Февраль айында мәктәптәрҙә туҡланыуға бәйле ата-әсәләрҙән ике йөҙҙән ашыу ялыу булған.