Был турала Республика башлығы бөгөнгө хөкүмәт кәңәшмәһендә белдерҙе. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостан мәғариф учреждениеларында туҡланыу иң яҡшыһы булырға тейеш. Кәңәшмәлә шулай уҡ өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙы алдаған компания етәкселәрен яуаплылыҡҡа тарттырыу, берҙәм идара үҙәген сафҡа индереү, яңы «Атайсал» проектын тормошҡа ашырыу хаҡында ла һүҙ барҙы. Төп темалар хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Саҡмағош районының Күсәкәй ауылында төҙөкләндереү эштәре йылдар буйы туҡтамай. Сөнки төбәктә берҙәм һәм егәрле халыҡ йәшәй. Улар үҙ көсө менән социаль объекттарҙы тәртипкә килтерә, уңайлы шарттар тыҙыра. Ошо ауылдан сыҡҡан билдәле, уңышлы шәхестәр ҙә тыуған төйәген онотмай. Эшҡыуар һәм депутат Фәрит Ғиндуллин әйтеүенсә, былтыр дөйөм көс менән 7 километр оҙонлоғондағы юлға ҡырсынташ та түшәлгән.
Башҡортостан буйынса ошондай миҫалдарҙы күп килтерергә мөмкин. Берәүҙәр тыуған яғында мәсет һалдыра, икенселәре белем усағына йә мәҙәниәт йортона ярҙам итә, һәйкәл, зыяраттарҙы төҙөкләндереүҙә ҡатнаша. Тик киләсәктә был эш системаға һалынасаҡ, республикала «Атайсал» тигән махсус проект тормошҡа ашырыла башлай.
Оператив кәңәшмәлә эшҡыуарлыҡ буйынса отчет сығышы ла тикшерелде. Белгестәр әйтеүенсә, республикала 10 мең кешегә 302 эшҡыуар тура килә. Күрһәткестәр Салауат ҡалаһында, Мишкә, Яңауыл райондарында ғына түбәнерәк. Пандемия шарттарында бизнесҡа булышлыҡ итеү өсөн дәүләт программаларын финанслау арттырылған. Кризисҡа ҡаршы саралар сиктәрендә 300-гә яҡын бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларына 77 миллион ярым һум күләмендә матди ярҙам күрһәтелгән. Шул уҡ ваҡытта яңы теркәлгән фирмалар һаны кәмей.
Быйыл мартта Өфөләге юғары технологиялар технопаркының тәүге сираты ла сафҡа индерелә. Объект китапхана, медиастудия, фекер алышыу майҙандары, асыҡ һауа аҫтындағы кинозал, кванториум, лаборатория һәм башҡа бик күп заманса майҙансыҡтарҙы үҙ эсенә ала. Әммә проектта ҡаралған йоҡо бүлмәһе артыҡ, тине Радий Хәбиров.
Республика башлығы мәктәп туҡланыуы буйынса ла үҙ фекерен белдерҙе. Был эште ойоштора алмаған директорҙар вазифаһынан бушатыласаҡ. Белем усаҡтары буйынса тағы ла бер борсоулы яңылыҡ – ике райондан 8-се класс ҡыҙҙарының тәмәке тартыуы хаҡында мәғлүмәт килгән. Был белем усаҡтарына Башҡортостан башлығының контроль идаралғы белгестәре тикшереү менән сыға. Ә ыңғай хәбәрҙәргә килгәндә, Республика етәксеһе уҡыусыларҙы Шайморатов генерал тураһындағы спектаклгә алып барыуҙы ойошторорға ҡушты.
Рәмзиә Кәримова.