Эш график буйынса бара. Материалдар етерлек, ҡыйынлыҡтар юҡ.
Зәки Вәлиди урамы менән Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәге юлүткәргестә төҙөлөшө сатлама һыуыҡтарҙа ла туҡтатылманы. Әле объектта сменаһына 60 хеҙмәткәр һәм 20-ләгән техника эшләй. Подрядсы ойошма вәкилдәре монолит терәүҙәрҙе ҡороуҙы тамамлаған. Төҙөүселәр билдәләүенсә, объектта эш йылдам бара. Ул килешеүҙә ҡаралған ваҡытҡа файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә.