Өфөлә батырҙарса һәләк булған 6-сы рота десантсыларын иҫкә алдылар

Your browser doesn't support HTML5 video.

Хәтер сараһы баш ҡаланың «Тулҡын» паркындағы Башҡортостан десантсыларына арналған һәйкәл эргәһендә үтте. Төрлө хәрби бәрелештәрҙә һәләк булғандарҙы иҫкә алырға йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре, һауа-десант ғәскәре ветерандары, мәктәп уҡыусылары һәм кадеттар килде.

Бер минут тынлыҡтан һуң, залп бирелде. Теүәл 21 йыл элек Чечен республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә тотошлай 6-сы рота һәләк була. Улар араһында беҙҙең яҡташтар ҙа бар.

Азат Ғәлиуллин.