«Заманса башҡорт операһы лабораторияһы» конкурсына йомғаҡ яһалды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында баһалама комиссия композиторҙар араһындағы бәйге еңеүселәрен билдәләне. Улар Борис Вишневский, Галина Йыһанова, Урал Иҙелбаев, Олег Ҡасимов, Зөлфиә Раупова һәм Рөстәм Сәғҙиев. Ижадсылар эштәрендә милли һыҙаттарға өҫтөнлөк биргән. Конкурсҡа һөҙөмтә булып композиторҙарҙың әҫәрҙәренән бер тамаша ҡуйыла. Проект грант иҫәбенә ойоторола.

Эштәргә баһа ҡәтғи талаптар буйынса булды. Конкурс һөҙөмтәһен халыҡ сәхнәлә күрәсәк. Унда режиссер, солист, дирижерҙар менән берлектә юғары кимәлдәге тамаша әҙерләнә.

Асҡар Абдразаҡов, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе, башҡортостандың халыҡ артисы

Рәмилә Исмәғилева