Әбйәлил районында мәктәп уҡыусылары араһында бокс буйынса ярыш үтте

Your browser doesn't support HTML5 video.

Яугир иҫтәлегенә турнир. Өсөнсө тапҡыр ойошторолған турнир хәрби бурысын үтәгәндә ғүмере өҙөлгән Рөстәм Шәйәхмәтовтың яҡты рухына арналды. Был юлы шәхси беренселектә төбәктең төрлө ауылдарынан һәм күрше Магнитогорскиҙан 50-нән ашыу йәш спортсы ҡатнашты.   

Башҡорт егете Рөстәм Шәйәхмәтов Абхазия менән Грузия араһындағы низағта һәләк була. Медсанчастә хеҙмәт иткән яҡташыбыҙ минаға экипаж менән бергә эләгә. Был фажиғәгә сирек быуатҡа яҡын ваҡыт үтһә лә яҡташтары уны онотмай. Бөгөн Рөстәм уҡыған Йәнгел мәктәбенә һәм урамдарҙың береһенә уның исеме бирелгән, шулай уҡ йыл һайын бокс буйынса турнир ойоштороу ҙа күркәм йолаға әүерелә бара.

Быйыл ярышта Әбйәлилдең төрлө ауылдарынан һәм күрше Силәбе өлкәһенән биш тиҫтәләп спортсы ҡатнашты. Рингтағы һәр алыш  көсөргәнешлеге менән айырылып торҙо. Малайҙар менән бергә ҡыҙҙар ҙа оҫталыҡтарын һынаны.   

Ярышҡа Рөстәм Шәйәхмәтовтың туғандары ла саҡырылды. Улар билдәләүенсә, ошондай саралар яҡташтарҙың хәрби ҡаҙаныштары тураһында мәғлүмәтте быуындан-быуынға тапшырырға мөмкинлек бирә. Йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүҙә лә ярыштың әһәмиәте ҙур, ти улар.

Әлфинә Килдейәрова