Тантана Республика Мәғарифты үҫтереү институтының тамаша залында үтте.
Фәнни-педагогик һәм методик журналдың тәүге һаны 1920 йылда Стәрлетамаҡта донъя күрә. Баҫманың маҡсаты – республикалағы дөйөм мәғариф үҫешен, башҡорт телен уҡытыу методикаһын яйға һалыу була. Заман талаптарына ярашлы, журнал күп яҡлы үҙгәреш кисерә. Яңы бүлектәр асыла, рубрикалар индерелә. Ләкин төп тәғәйенләнеше – уҡытыусыларға хеҙмәт итеү үҙгәрешһеҙ ҡала. «Башҡортостан уҡыусыһы» һәр педагогтың өҫтәл китабына әйләнгән.
Журнал биттәрендә мәктәп уҡыусылары өсөн кәрәкле мәғлүмәт, дәрес-конспекттары, белем биреү өлкәһендәге һуңғы яңылыҡтар баҫыла. Мәҡәләр рус, татар, мари, сыуаш, удмурт, немец, француз, инглиз телдәрендә донъя күрә. Ә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы – берҙән-бер баҫма. Әлеге көндә журналдың тиражы 10 меңдән ашыу. Уны сит өлкәләрҙә лә алдырып уҡыйҙар.
Байрам уңайынан журнал коллективы Маҡтау ҡағыҙҙары, маҡтаулы исемдәр менән бүләкләнде. Киләсәктә баҫма электрон форматта донъя күрер, тигән өмөттә уҡыусылар.
Әлфинә Килдейәрова