Башҡортостанда "Батыр Кубогы" республика турниры старт алды

Ул тәүге тапҡыр уҙғарыла, ярыштар һөҙөмтәләре йыл аҙағында иғлан ителә. Иң яҡшы спортсылар, тренерҙар, клубтар һәм спорт федерациялары бүләкләнә. Турнирҙың тәүге көнөндә билдәле спортсылар мәктәп уҡыусылары өсөн оҫталыҡ дәрестәре  уҙғарҙы. Асыу тантанаһында Республика  башлығы Радий Хәбиров, Премьер-министр Андрей Назаров ҡатнашты. Пандемия ваҡытында көрәш, футбол, хоккей майҙандарын һағынып өлгөрҙөк. Әкренләп залдарға, стадиондарға сыға башлайбыҙ, спорт менән шөғөлләнәбеҙ. Донъяла һәм Рәсәйҙә булған бөтә алтын миҙалдарҙы Башҡортостанға алып ҡайтығыҙ, тине Радий Хәбиров.