Бер йыл эсендә утта һәләк булыусылар йөҙ процентҡа күбәйгән. Был турала бөгөн мэрияла үткән оператив кәңәшмәлә Граждандарҙы һаҡлау идаралығы етәксеһе Рафаэль Әхмәтов хәбәр итте. Былтыр ошо осорҙа 5 кешенең ғүмере ҡыйылған, быйыл 10 кеше һәләк булған. Баш ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков йыл аҙағына тиклем үлеүселәр һанын кәметергә ҡушты.