Башҡортостан 2021-2022 йылдарҙа юлдарҙы төҙөкләндереү өсөн 2 миллиард ярым һум самаһы аҡса ала

Рәсәй Хөкүмәте юл инфраструктураһын яҡшыртыу маҡсатында 69 төбәккә 100 миллиард һум бүлә. Сумманың 27 миллиарды 58 төбәктә юлдарҙы яңыртыуға тотонола. Ҡалған өлөшө билдәле объекттарҙы төҙөү һәм ремонтлау өсөн йүнәлтелә. Улар араһында Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы ла бар. Республикаға “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты буйынса 224 миллион һум ҡаралған.