Башҡортостан хөкүмәте президумы ултырышы үтте

Унда хеҙмәт баҙарындағы хәл ҡаралды. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, беҙҙең республикала эш менән тәьмин итеү ҡатмарлы ғына. Эшһеҙлек кимәле уҙған йылдың декабренә ҡарата 6 процент булған. Теркәлгән эшһеҙҙәр һаны 2019 йылдың декабре менән сағыштырғанда, 5,8 тапҡырға артҡан. Андрей Назаров вице-премьер Максим Забелинға эшһеҙлекте бөтөрөү, яңы эш урындары булдырыу өсөн федераль аҡса йәлеп итеү буйынса эште әүҙемләштерергә ҡушты. Башҡортостанда әле 50 меңдән ашыу вакансия бар.