Башҡортостандан 4 проект “Һин уйында” һәүәҫкәрҙәр спорты конкурсында ҡатнаша. Сәләмәт тормошто һәм физик әүҙемлекте пропагандалаусы креатив бизнес-идеяларҙы яҡлау - спорт сараһының төп маҡсаты һанала. Һөҙөмтәләр буйынса конкурста еңеүсегә 1 миллион һум тапшырыла. Иң яҡшы 10 командаға проекттарҙы үҫтереү өсөн финанс ярҙам күрһәтелә.