Дәүләкән районының Сапай ауылында сыр етештереү предприятиеһы барлыҡҡа килде

Ауыл кооперативы бизнесты үҫтереү буйынса 3 миллион грант отҡан. Аҡса сыр эшләү өсөн ҡорамалдар һатып алыуға тотонолған. Бөгөн ауылда айына 200 килограмм  – “Халуми”, “Качотта”, “Белпер Кнолле” кеүек грек, итальян һәм швейцария сырҙары етештерелә. Уларҙы кооперативта аҙнаһына өс тапҡыр эшләйҙәр.  Киләсәктә көн һайын сығарырға йыйыналар, ти Ҡыҙрас ауыл биләмәһе башлығы Әхәт Хәбиәхмәтов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Әледәүләкәндәр етештергән сыр Өфөнөң сауҙа кәштәләрендә бар. Киләсәктә уны  республика буйлап таратыу күҙаллана.