Республика башлығы бөгөн “Салауат Юлаев” командаһының тренерҙар штабы һәм уйынсылары менән осрашты

Радий Хәбиров хоккейсыларға плей-офта уңыштар теләне. Юлаевсылар Көнсығыш конференцияһында даими беренселекте 4-се урында тамамланы. “Чемпионатта Өфө клубы яҡшы уйын күрһәтте. Башҡа йылдар менән сағыштырғанда турнир уңышлы ғына булды. Һуңғы 9 уйын рәттән еңеү яулап, юлаевсылар көйәрмәндәрен ҡыуандырҙы. Томи Ламса етәкселегендәге тренерҙар штабына рәхмәтемде белдерәм. Плей- офта Гагарин кубогын яулау – команда өсөн төп маҡсат, тине Радий Хәбиров. Континенталь хоккей лигаһында плей-офф уйындары бөгөн старт алды. "Салауат Юлаев" конференцияның сирек-финалында Силәбенән "Трактор" менән көс һынаша. Тәүге ике уйын иртәгә һәм 5 мартта “Өфө-Арена”ла уҙа.