Бөгөн Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ коллегияһы ултырышында медиатармаҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Уның эшендә Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы, “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто, “Китап” нәшриәте һәм “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы етәкселәре ҡатнашты. Ултырышта коронавирусҡа ҡаршы көрәш мәсьәләләренә бәйле һорауҙарҙы яҡтыртҡанда журналистарҙың һөнәри оҫталығы, йылдың мөһим ваҡиғалары буйынса юғары технологик кимәл һәм профессионализм билдәләп үтелде. “Яңы иҡтисад булдырырға, аудиторияны арттырырға, мәғлүмәти һәм рекламаны йәлеп итеүҙе күтәрергә кәрәк”, - тине Азат Бадранов. Хөкүмәт вице-премьеры белдереүенсә, республиканы ситтә белеү, таныу киң матбуғат саралары хеҙмәтенән тора. Башҡортостан илдә милли проекттар буйынса иң йыш телгә алынған тәүге өс төбәгенә ингән.