Ошо һәм башҡа һорауҙар бөгөн Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының коллегия ултырышында ла күтәрелде.
Кәңәшмәлә БСТ каналының мөһим ваҡиғаларҙы тура эфирҙа яҡтыртыуы юғары баһаланды. Бөйөк Ватан һуғышының 75 йыллығына һәм генерал Шайморатовтың Рәсәй Геройы йондоҙон Өфөгә алып килтереү сараһы айырым билдәләнде.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, трансляцияны ойоштороу өсөн вертолетҡа беркетелгән камералар, «Авторобот» машинаһына ҡуйылған оператор краны һәм башҡа заманса ҡоролмалар файҙаланылды. Еңеү байрамының иң сағыу ваҡиғаһы уртаһында БСТ каналының хәбәрселәре лә булды. 2020 йылда медиа өлкәһе байтаҡ үҙгәрештәр кисерҙе. Яңылыҡтарҙы интернет киңлектәрендә яҡтыртыу өлкәһендә БСТ телеканалы Рәсәй буйынса лидерҙар исемлегенә инә. Ә «Тамыр» балалар каналы «Тефи-төбәк» конкурсында сираттағы бронза Орфейға иреште.
Урындағы һәм муниципаль телестудияларҙың республика эфирында тапшырыуҙарҙы күрһәтеү мөмкинлеге булдырылды. «Сәләм» телевизион каналы уңышлы аҙымдар яһай. Проектҡа 27 телестудия ҡушылған. Уларҙың квалификация күтәреү маҡсатында «Башҡортостан» теле һәм радио компанияһы нигеҙендә төрлө уҡыуҙар ойоштороласаҡ.
Әлфинә Килдейәрова.