Республика онкология клиник диспансерында яман шеште нурландырыу терапияһы өсөн юғары технологиялы комплекс сафҡа индерелде. Халыҡ-ара стандарттарға яуап биргән ҡоролмалар «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә алынған. Табиптар әйтеүенсә, медицина учреждениеһы һуңғы осорҙа ғына 5 заманса аппарат менән йыһазландырылған. Уларҙың мөмкинлектәре менән БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова танышты.
Ҡоролма 6 Д форматта эшләй, йәғни организмдың иң йәшерен участкаларындағы шештәрҙе лә нурландырыу мөмкинлеге бирә. Сағыштырыу өсөн, әлегә тиклем ҡулланылған аппараттар ике йүнәлештә генә йөрөй, ә был 6 яҡҡа борола ала. Уның мөмкинлектәре баш, арҡа мейеһендәге, үпкә,тын юлдарындағы шештәрҙе дауалауҙа бик әһәмиәтле.
Тәүге пациенттарҙың береһе-Светлана Парахина. 73 йәшлек ханыма рактың икенсе стадияһы ҡуйылған. Уның фекеренсә, яңы ҡоролма элеккеләренән айырыла. Нурландырыу ваҡыты күпкә ҡыҫҡа. Элек сәғәт буйы ҡуҙғалмай ултырырға тура килһә, хәҙер- 15 минут һәм ятырға ла мөмкин.
Нурландырыу терапияһы бер табиптың ғына эше түгел, дауалау процесын тотош команда алып бара. Нур билдәле бер нөктәгә генә йүнәлтелергә һәм һау ағзаларҙы зарарламаҫҡа тейеш. Ә был ҡоролма ул яҡтан бик теүәл, бер миллиметрға тиклем. Яман шеште генә дауалай. Тағы ла бер үҙенсәлек – элекке аппараттарҙа тик шештең түңәрәк формаһын ғына нурландырып булһа, әле төрлө фигуралар яһарға мөмкин. Бары тик дозаның күләмен дөрөҫ итеп билдәләү шарт.1
Табиптар әйтеүенсә, яңы ҡоролмалар дауалау сифатын күпкә яҡшырта. Был үҙ сиратында пациенттарҙың ғүмер оҙонлоғон арттырырға, үлем күрһәткесен кәметергә булышлыҡ итәсәк.
Республика онкология диспансерын йыһазландырыу артабан да дауам итәсәк. Һаулыҡ һаҡлау милли проекты сиктәрендә заманса ҡоролмалар алыуға айырым урын бирелә. Быйыл республикала Балалар онкология һәм гематология үҙәге лә төҙөлә башлай.
Республика онкология диспансерына «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә һуңғы осорҙа ғына биш заманса ҡоролма алынған. Был яман шеш ауырыуҙарын тиҙерәк асыҡларға ярҙам итә пациенттарҙың кяҡҡа баҫыу ваҡытын ҡыҫҡарта. Мәҫәлән, ошо компьютер томографияһы төрлө тән ауырлығындағы пациенттарҙы тикшереү мөмкинлеге бирә, автоматик рәүештә ниндәй ағзаларҙың дауаларға кәрәклеген күрһәтә.
Рәмзиә Кәримова