Ауыл мәҙәниәт йортонда түңәрәк былтыр декабрҙә эш башлауға ҡарамаҫтан, бөгөн улар спорт ярыштарын уҙғарыуға иреште. Сара талаптарына ярашлы, ҡатнашыусылар милли кейемдәрҙә килде. Улар араһында мәктәп уҡыусылары ла, оло быуын вәкилдәре лә бар.
Әйткәндәй, ярыш алдынан түңәрәк етәксеһе Рәүеф Әбйәлилов менән бергә балалар уҡ-һаҙаҡ та әҙерләй. Уҡ атыуҙың тап Яҡутта нигеҙләнеүе осраҡлы түгел. Ауылдан 1812 йылғы Ватан һуғышында, 1813-1814 йылдарҙа Рус армияһының сит ил походтарында ҡатнашыусылар була.
Азат Ғәлиуллин