Мөғжизәгә килә ышанғым... Бөгөн танылған композитор Салауат Низаметдиновтың тыуған көнө

Иҫән булһа,  уға 64 йәш тулыр ине. Ижадсы бик күп популяр йырҙар һәм опералар авторы.  Өфөлә бөгөн композиторҙың яҡты иҫтәлегенә арналған хәтер сараһы була. Ойоштороусыларҙың береһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Хәтер кисәһе  баш ҡаланың Инвалидтар мәҙәниәт йортонда үтә,  сәғәт 3-тә башлана. Әйткәндәй, Салауат Низаметдинов тәүге тапҡыр тап ошо сәхнәлә сығыш яһай.