"ЭпиВакКорона" вакцинаһы Башҡортостанға марттың икенсе яртыһында килтерелә

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был препарат 18 йәштән алып бөтә кешеләр өсөн тәғәйенләнә. "ЭпиВакКорона" әле ҡулланыла башлаған "Спутник Ви" вакцинаһы һымаҡ уҡ һөҙөмтәле ти эксперттар. Республикала 80 меңдән ашыу кеше коронавирустан вакцина алған.