Өфөләге Баҡалы урамында тиҙҙән тығындар бөтөүе мөмкин

Республика башлығы Радий Хәбиров бында яңы юл төҙөлөшө тураһында хәбәр итте. Трасса Әй урамы менән Салауат Юлаев проспекты киҫешкән урында башлана, Менделеев урамына тиклем бара. Шулай уҡ Эшсе хәбәрселәр, Академик Ураҡсин урамдары реконструкциялана. "Эштәрҙе киләһе йылда тамамлайбыҙ. Яңы юлдарҙа  халыҡ ваҡытын әҙерәк әрәм итәсәк. Быйыл Революция урамында ла ремонт  эшләйбеҙ", тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.