Башҡортостанда 9 майҙа ҙур байрам саралары уҙа.

Республика башлығы Радий Хәбиров Еңеү көнөн байрам итеү тураһында Күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы. Әҙерлек һәм байрамды үткәреү планына ярашлы, 7 майҙа “Башҡортостан” концерт залында байрам концерты була. 9 майҙа Еңеү паркындағы һәйкәлдәргә сәскәләр һалына, Мәңгелек ут янында почетлы ҡарауыл тора. Бынан тыш, хәрби парад, хәрби техника һәм ретро автомобилдәр йөрөшө, “Үлемһеҙ полк” патриотик акцияһы ҡаралған. Байрам уҙған урындарҙа коронавирусҡа ҡаршы һаҡланыу ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәклеге билдәләнә.