Федераль үҙәктән күберәк аҡса йәлеп итергә кәрәк

Бөгөн Финанс министрлығы коллегияһы ултырышы үтте. Унда Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашты. Былтыр коронавирус пандемияһы сәбәпле бюджет аҙыраҡ тулыланған. Финанс ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, бөтә социаль бурыстар үтәлгән, һаулыҡ һаҡлау тармағына күберәк аҡса йәлеп ителгән, иҡтисадҡа булышлыҡ итеү өсөн программалар ҡабул ителде. Федераль ҡаҙнанан ике тапҡырға күберәк финанс ярҙам алынған. Быйыл да етди бурыстар ҡуйыла. Шуға федераль үҙәк менән тығыҙ эшләргә кәрәк, тине Андрей Назаров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Быйыл Башҡортостанда ҙур абруйлы саралар үтә. Бөтә донъя Фольклориадаһы һәм Эшсе һөнәрҙәр – WorldSkills Рәсәй чемпионаты ойошторола. Шуға бындай форумдарға әҙерлек һәм уларҙы лайыҡлы уҙғарыу өсөн күп аҡса талап ителә, тип белдерҙе Андрей Назаров.