8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә медицина ойошмалары иртәнге 8-ҙән көндөҙгө дүрткә тиклем эшләй. Телефон аша табипты өйгә саҡырыу 16 сәғәткә тиклем ҡабул ителә. Байрам көндәрендә ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәте, медицина ойошмаларының дежур бригадалары, травмпункттар көсәйтелгән тәртипкә эшләй, тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.