Бының өсөн инвестор 140 миллион һум йәлеп итергә ниәтләй, тип хәбәр итәләр Республика Хөкүмәтенән. Ҡариҙелдә Байҡы ауылы эргәһендә Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы юлы һәм Өфө районы Михайловка ауылы янында М-7 “Волга” федераль трассаһында юл яны комплекстары төҙөлә. Бында яғыулыҡ-ҡойоу станцияһы, автосервис, супермаркет, кафе, ҡунаҡхана, автокемпинг була. Ике объект та Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелгән.