Башҡортостанда милли проект ярҙамында һөт етештереүҙе арттырыу ҡарала

Ҡырмыҫҡалы районында “Артемида” хужалығында һаҡсыл технология алымы ҡулланыла. “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ярашлы, фермала һыйырҙы һауыу алымын яңыртыу һәм ҡорамалдарҙы алмаштырыу эше башҡарыла. Әле республикала милли проектта 100-ҙән ашыу компания ҡатнаша. Өс йылда етештереүҙе 30 процентҡа арттырыу бурысы ҡуйыла, тип хәбәр итәләр Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан.