Радий Хәбиров шул турала белдерҙе. Башҡортостан Башлығы видеокәңәшмәлә сығыш яһаны. Уны Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Татьяна Голикова үткәрҙе. Беҙҙең республикаға 122 меңдән ашыу доза вакцина килтерелгән. Прививка яһатыу өсөн 11 урын булдырылған, шул иҫәптән мобиль пункттар бар, тип белдерҙе Радий Хәбиров.