Башҡортостанға коронавирусҡа ҡаршы барлығы 123 мең дозаға яҡын вакцина ҡайтарылған

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бөгөнгә ул 86 мең кешегә яһалған. Был турала Радий Хәбиров халыҡты вакцинациялауға арналға кәңәшмәлә белдерҙе. Онлайн режимдағы конференцияны Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова алып барҙы.

Онлайн режимдағы конференцияны Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова алып барҙы. Республика башлығы билдәләүенсә, вакциналар оператив рәүештә медицина ойошмаларына таратыла. Бының өсөн кәрәкле маршруттар һәм тәжрибә тупланған.

Әле оло быуын вәкилдәрен прививкалау бер аҙ һүлпәнерәк бара. Әммә был 65 йәштән өлкәндәр өсөн мотлаҡ ҡурсаланыу режимының һаман да ғәмәлдә булыуы менән аңлатыла. Шуға ҡарамаҫтан, һуңғы ваҡытта ошо категорияға ҡараған граждандар менән дә эш әүҙемләште, тине Радий Хәбиров.

Бынан тыш, төбәктә халыҡты социаль хеҙмәтләндереү учреждениелары күп, унда инфекция эләкһә, улар хәүефкә дусар ителәсәк, шуға ла ҙур күләмдәге вакцина тап ошо ойошмаларға йүнәлтелгән.

Илдар Байбулатов