Коронавирус пандемияһы, яңы объекттар, ситуация үҙәген булдырыу кеүек мөһим темалар тураһында һүҙ барҙы, уларға баһа бирелде. Сарала үҙ эшенә тоғро ҡалған табиптар һәм дауалау учжреждениелары бүләкләнде. Коллегия ултырышынан БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән репортаж.
Йыл башында һаулыҡ һаҡлау тармағы өсөн хәүефле вирусҡа ҡаршы тороу ни тиклем масштаблы булырын бер кем өсөн дә билдәле булмағандыр. Эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, медицина ярҙамын күрһәтеү системаһы тулыһынса икенсе форматҡа күсә. Ковид-19 сире менән ауырыусылар өсөн махсус урындар булдырыла, улар кислород һәм кәрәкле ҡоролмалар менән йыһазландырыла.
Рекордлы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Зубов ауылы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында ковид-госпиталдәр төҙөлә. Пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн 900 табип һәм мең ярым медицина персоналы йәлеп ителә. Бынан тыш, Башҡортостан табиптары Амур һәм Владимир өлкәләре, Камчатка крайы, Абхазия, Ҡырғыҙстан һәм Ҡарасәй-Черкес республикаларында эшләүсе коллегаларына коронавирус менән көрәштә ярҙам күрһәтте.
Пандемия эҙемтәләре республиканың демограик хәленә лә йоғонто яһай. 2020 йылда үлем күрһәткестәре 23,1 % юғары. Ә тыуым 1 % кәмей, йәғни 41 меңдән ашыу сабый донъяға килә. Был 2019 йыл күрһәткестәре менән сағыштымаса 587 балаға кәмерәк. Шулай уҡ республикала өлкән йәштәге халыҡты диспансеризациялау эше йылдам бара.
12 ай эсендә 350 меңгә яҡын кеше профилактика үтә. Уның һөҙөмтәләре буйынса, граждандар дауалау курстары, өҫтәмә диагностик тикшереү үтеүгә ебәрелә. Ауылдарҙа йәшәүселәргә сифатлы медицина хеҙмәтен күрһәтеү, ауырыуҙы тәүге стадияла асыҡлау маҡсатында 6 автопоезд тәғәйенләнә. Шулай уҡ 35 тәгәрмәс өҫтөндәге фельшер-акушерлыҡ пункты республика халыҡына ярҙам итә.
Халыҡҡа оператив косультация биреү өсөн ситуация үҙәге булдырыла. Операторҙар ашығыс ярҙам, табипты өйгә саҡыртыу, коронавирус инфекцияһы һорауҙары буйынса яуап бирә. Изоляцияла ултырған 65 йәштән өлкәндәргә һәм хроник сирлеләргә аҙыҡ-түлек һәм дарыу килтереү эшен яйға һала.
Коллегия ултырышында һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә баһалап бөткөһөҙ хеҙмәте өсөн фельдшер, табип һәм медицина персоналдары бүләкләнде, маҡтаулы исемдәр бирелде.
Коллегия ултырышында йыл һөҙөмтәләрен барлауҙан тыш, киләсәккә пландар ҙа ҡуйылды. Уларҙың иң әһәмите халыҡты коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакциация үткәреү. Әлеге ваҡытта республикаға 100 меңдән ашыу вакцина килтерелгән. Бынан тыш, милли проект буйынса ФАП-тар асыу, ҡала һәм район үҙәктәрендә яңы дауахналарҙы сафҡа индереү бурысы ҡуйылды.
Әлфинә Килдейәрова