Бөгөн алданған өлөшсөләр проблемаһы буйынса Хөкүмәт йортондағы ултырышта шулай тип билдәләнде. Башҡортостанда ғына түгел бөтә ил буйынса президент ҡуйған бурысты атҡарырға «Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусылар хоҡуғын яҡлау фонды» ярҙамға килә. Уның етәксеһе Константин Тимофеев «Миловка паркы» һәм «Көмөш шишмә» торлаҡ комплексында булды. БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.
Миловка паркындағы өс йортто быйыл төҙөп бөтөү ҡарала. Фонд бүлгән аҡсаға бөтәһе егерме йортта эште тамамлау көтөлә.Тимәк, 1431 алданған өлөшсө фатирлы булыр тип өмөтләнергә була. Ике йорт буйынса компенсация түләнгән. Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусылар хоҡуғын яҡлау фонды етәксеһе Константин Тимофеев объектта булып проблеманы хәл итеү юлдары менән танышты. Шундай уҡ проблемалы торлаҡ комплексы Көмөш шишмәлә биш йортто файҙаланыуға тапшырыу өсөн аҡса талап ителә.
Башҡортостандың 16 муниципалитетында бөтәһе 128 йорт объект ошондай проблемалы иҫәпләнә. Ете мең алданған өлөшөсө үҙ фатирҙарына ваҡытында күсә алмаған. Былтыр фонд менән берлектә 53 йортто төҙөп бөтөү тураһында ҡарар сығарылған, 19 буйынса компенсация – түләнә- миллиард һумдан ашыу аҡса ҡайтарылған. Быйыл 31 объектта мәсьәлә ыңғай хәл ителер тип күҙаллана.
Һәр төҙөлөп бөтмәгән йорт- буталсыҡ йомғаҡ. Эйәһе аҙағына еткермәгән эште атҡарырға атлығып тороусылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ, тип билдәләнде йыйылышта. Арбитраж идарасыларҙы йәлеп итеү ҙур мәсьәлә. Әммә нисек кенә булмаһын, республикала бер генә алданған өлөшсөнөң хоҡуғы яҡланмай ҡалмаясаҡ. Ике йыл ярым элек проблема менән төбәк үҙ аллы көрәшә башлаһа, хәҙер ул федераль кимәлдә алып барыла.
Фондтан республикаға ете милииард һум аҡса бүленәсәк. Был сумма күберәк тә булыуы ихтимал.Сөнки алданған өлөшсөләр һаны рәсми күрһәтелгәндән күберәк булырға мөмкин. Маҡсат- 2024 йылға тиклем был мәсльәләгә нөктә ҡуйыу.
Рәмилә Исмәғилева