Иртәгә Рәсәй кинотеатрҙарында башҡорт картинаһы прокатҡа сыға

Your browser doesn't support HTML5 video.

Айнур Асҡаровтың «Өс таған» фильмы тәүгеләрҙән булып Мәскәү тамашасыһы ҡараны. Илдең баш ҡалаһының кино йортонда үткән исем туйы сиктәрендә тотошлай ижади төркөм дә саҡырылды. Фильмды әҙерләүгә 50-нән ашыу кеше йәлеп ителгән, Санкт-Петербург актерҙары тауышы менән ул рус телендә яҙҙырылған. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Интернет киңлектәренә таралған трейлер һәр кемдә ҡыҙыҡһыныу уятты. Премьера көнөн дә тамашасы түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Пандемияға бәйле, ул кисектерелә килеп, ниһайәт, халыҡ хөкөмөнә сығарылды. Тәүгеләрҙән булып мәскәүлеләр тамаша ҡылды.

Фильмдың исем туйына ижади төркөм махсус саҡырылды. Улар араһында төп ролде башҡарыусылар ҙа бар. Тамашасы алдында улар кино артындағы төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында бәйән итте. Әйткәндәй, фильмға төшкән үҫмерҙәр бөгөн егет ҡорона ингән. Ҡайһы берҙәре «Өс таған»дан һуң, тағы ла бер нисә картинаға төшөп өлгөргән.

Фильм өс ай эсендә ижад ителгән. Картинаның төп өлөшө Ғафури районының Толпар ауылында төшөрөлгән. Әйткәндәй, «Өс таған» фильмы киң прокатҡа сығыу менән бер рәттән, төрлө конкурстарҙа ҡатнашыуы ла көтөлә. Бөгөн башҡорт картинаһы тиҫтәләп Халыҡ-ара фестивалендә еңеү яулаған да инде.

Азат Ғәлиуллин