Бөтә ил халҡын берләштергән хәйриә сараһы бөгөн дә әһәмиәтен юғалтмаған. Дөйөм Рәсәй фронты ағзалары яҡынлашып килгән Халыҡ-ара Ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан һуғыш, тыл һәм хеҙмәт ветерандарын тәбрикләне. Улар араһында ғүмерҙәрен һаулыҡ һаҡлау тармағына арнаған, уны үҫтереүҙә ҡатнашҡан өлкән йәштәге ханымдар ҙа бар.
Өфөлә йәшәүсе Венера Фәхрисламова менән Менәүәрә Мәүлетова икеһе лә балалар табибы, фән өлкәһендә уңыш ҡаҙанған, тармаҡ үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхестәр.
Азат Ғәлиуллин