Иглин ауылында 5 меңдән ашыу кеше утһыҙ һәм һыуһыҙ ҡалған

Уҙған көн кис 1 мең 400-ҙән ашыу йортта электр һүнә. Ремонт 5 сәғәткә һуҙыла, тип хәбәр итәләр райондың оператив штабынан. Ошо сәбәпле һыу ҡыуыу станцияһы сафтан сыға. Халыҡ резервуарҙарҙағы запас менән тәьмин ителә. Бөгөн төндә йорттарға электр бирелә.