Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул. "Торатау” Конгресс-холына төрлө һөнәр эйәләре йыйылды. Улар араһында күп бала тәрбиәләгән әсә Елена Куликова ла бар.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРимма Үтәшева 1975 йылдан башлап һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләй. Оҙаҡ йылдар Өфөнөң 4-се бала табыу йортонда баш табип урынбаҫары була. Бөгөн ул республика парламенты депутаты, медицина университеты уҡытыусыһы. Үткән йылдың ноябрендә ойошторолған антиковид шылтыратыуҙар үҙәген дә етәкләй. “Коронавирус пандемияһы беҙҙе берләштерҙе”, - ти Римма Әмир ҡыҙы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтҠотлау телмәре менән сығыш яһап, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уңышлы эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы исемләп телгә алды. Уларға фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБылтыр Башҡортостанда 400-ҙән ашыу ҡатын “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде. 8 ғаилә “Ата-әсә ҡаһарманлығы” дәүләт наградаһына лайыҡ булды.