Башҡортостанда ҡала халҡы милли проект буйынса төҙөкләндереләсәк объекттарҙы һайлай ала

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы коллегияһы ултырышында “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһы үтәлеше менән таныштырҙылар. Ул “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Төҙөкләндереләсәк объекттар йәки йәмәғәт биләмәләрен һайлау 26 апрелдән 3 майғаса үтә. Тауыш биреү интернетта махсус сайтта ойошторола.