Бөгөн уларҙың барыһы ла Голливуд актерҙары шикелле ҡыҙыл келәмдән атланы. Хөрмәт һуҡмағы аша улар республика башлығы ойошторған тантанаға йыйылды. Байрам концертынан гүзәл заттарҙың кәйефе менән Айнур Кәбиров ҡыҙыҡһынды.
Ҡыҙыл келәм һәм йәнле коридор. Бындай хөрмәтте күреп өйрәнмәгән гүзәл заттар тантана һуҡмағынан баҙнатһыҙ ғына атлай. Ҡайһы берҙәре хатта сағыу балаҫты тапарға оялып урап үтте. Ни бары ҡыҙыл келәм, ә ҡатын-ҡыҙҙар әйтерһең дә, осоусы балаҫҡа баҫып бәхеттең етенсе ҡатына менгән.
Министр булһынмы, әллә ауылдан килгән һауынсымы улар барыһы ла ирҙәрҙән айырмалы гардеробҡа ике әйбер тапшыра. Өҫ һәм аяҡ кейеме. Бейек үксәле туфли кейгән ҡатын-ҡыҙҙырға инде һәр кемдең буйы етерлек түгел. Улар инде матурлыҡ алиһәһе. Һәм бындай мәлде ғүмерлеккә хәтергә ҡалдырыу һәр гүзәл заттың тормош маҡсатына әйләнә.
Хәҙер инде бер йыл пандемияла. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн мөләйем, яҡты, асыҡ йөҙҙө битлектәргә йәшереп йөрөү ситлеккә тиң. Әммә гүзәл заттар медицина битлектәре аҫтында ла матур ҡалырға өйрәнгән. Көҙгө алдында ирендәргә помада һәм өҫтөнән маска. Ләкин бындай һөйкөмлөктө көҙгәнән йәшерерлек түгел. Көҙгө лә бөгөн комплименттарын йәлләмәне.
Табиптар, уҡытыусылар, ашнаҡсылар, төҙөүселәр, тәрбиәселәр һәм һауынсылар. Тантаналы тамашаға йәшәйештең төрлө тармағында, төрлө тарафында йәшәүсе гүзәл заттар саҡырылған. Күптәр өсөн хатта, оркестр уйнауы ла яңылыҡ һәм оло ҡыуаныс.
Ә инде байрам концерты ҡатын-ҡыҙҙар өсөн иң ҙур бүләккә әүрелде. Тамашаның республика башлығының комплименты менән башлыныуы быйылғы яҙ байрамын тағы ла иҫтәлеклерәк итте.
Ирҙәр менән бер рәттән тормош йөгөн тартҡан ҡатын-ҡыҙҙар бөгөн ысын мәғәнәһендә онотолоп концерт ҡараны. Бер генә сәғәткә булһа ла донъя мәшәҡәттәрен онотоу ҙур бүләк, ти улар.
Байрамға тотош республиканан 4 йөҙҙән ашыу гүзәл зат саҡырылған. Уларҙың береһе лә гөлләмәһеҙ ҡалманы. Был сәскәләр өсөн өйҙә аҡланаһы түгел. Уны ҡатын-ҡыҙҙарға республика башлығы бүләк итте. Шулай ҙа байрамға килеүселәрҙең һәр береһе иң төп һәм көтөп алған бүләктең өйҙә көтөүен һәм тап улар был донъяла берҙән-бер булыуын тойоп таралышты.
Айнур Кәбиров