Күмәкләгән – яу ҡайтарған. Социаль объекттар, юлдарҙы төҙөкләндереү, ҡеүәтле техника һатып алыу – халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеүҙә район хакимиәте, бағыусылар ҙа ситтә ҡалмаясаҡ.
Бөрйәндәр республика программаһында һигеҙенсе йыл ҡатнаша. Ошо ваҡыт эсендә ауыл биләмәләренең 39 проекты еңеп сыҡҡан. Былтыр урамдарҙы яҡтыртыу, мәғариф учреждениеларында ремонт эштәрен башҡарыуға иғтибар йүнәлтелгән.
Гөлназ Хәйбуллина