Киләһе аҙнала «Айыҡ ауыл» республика конкурсының һуңғы этабы үтә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Интернетта тауыш биреү башлана. Финалға – 54 ауылдың 12-һе генә үтәсәк. Әле жюри ағзалары ҡатнашыусыларҙың проект яҡлау этабы һөҙөмтәләрен баһалай.

Ауылдарҙың төҙөклөгөнән тыш, социаль-иҡтисади, демография күрһәткестәре, имен булмаған ғаиләләр менән алып барылған эшкә лә иғтибар йүнәлтелә. Шулай уҡ биләмәлә енәйәти күренештәр теркәлергә тейеш түгел. Быйыл бүләк фонды ҙур, иң айыҡ ауыл 5  миллион һум менән бүләкләнә.

Гөлназ Хәйбуллина