Өфөнөң 39-cы гимназияһында Өфө дәүләт нефть техник университетының инновацион майҙансығы эшләй

Your browser doesn't support HTML5 video.

«Полилингваль мөхиттә телдәр компетентлығын үҫтереү» проектының мөмкинлектәрен беҙҙең ижади төркәм дә өйрәнде. Был хаҡта тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

39-cы гимназияла белем алыусылар кәмендә өс сит телде яҡшы белә. Инглиз, немец телдәренән тыш, гимназистар ҡытай телен дә ҙур тырышлыҡ менән өйрәнә.Ҡытай теленең моңон һәм нескәлектәрен Ванг Юнгмей уҡыусыларға бар матурлығында еткерергә ынтыла.

Балалар телде яҡшыраҡ үҙләштерһен өсөн төрлө алымдар ҡулланабыҙ. Ҡытайса шиғырҙар һөйләү, йырҙар өйрәнеү ҡыҙҙарға һәм малайҙарға телде яҡшыраҡ үҙләштерергә ярҙам итә.

Ванг Юнгмей, Өфөнөң 39-cы гимназияһы, ҡытай теле уҡытыусыһы

Гимназистарҙың телдәр өйрәнеү өлкәһендә компетентлығын үҫререүгә нигеҙ башланғыс синыфтарҙан уҡ һалына. Нисек кенә булмаһын, ҡытай телендәге ҡатмарлы иероглифтарҙы хатаһыҙ итеп яҙыу өсөн уҡыусыларҙан ныҡлы иғтибар һәм тырышлыҡ та талап ителә бит.

39-cы гимназияла ҡытай теле 6 йыл элек уҡытыла башлаған. Гимназистар теманы яҡшыраҡ үҙләштерһен өсөн сәй церемонияһы кеүек тематик дәрестәр үткәрелә. Бындай дәрестәрҙә үҫмерҙәр ҡытай телендә аралаша һәм тәьҫораттары хаҡында ижади эштәр ҙә яҙа.

Гимназистар полилингваль мөхиттә телдәрҙе өйрәнеү өлкәһендә юғары компетенцияға ирешһен өсөн 39-cы гимназияла бөтә шарттарҙа булдырылған. Өфө дәүләт нефть техник университеты менән инновацион майҙансыҡ асыу хаҡында килешеү төҙөү сиктәрендә ҡытай мәҙәниәте көнө лә ойошторолдо.

 Уҡыусылар бындай хеҙмәттәшлек нигеҙендә  һөнәри оҫталығын үҫтерәсәк, илебеҙҙең иҡтисади сәйәсәтен һәм төбәкте  алға ебәреүҙә, яғыулыҡ -энергетика комплексын тотороҡло үҫтереүҙә төп көстәр булыр тип күҙаллана.

Гүзәл Борханова