"БашРТС" компанияһы февраль айында йылытыу өсөн түләүҙең кәмерәк булыуы тураһында хәбәр итә

Ғинуар айы менән сағыштырғанда уртаса сумма ике процентҡа аҙыраҡ. Энергияны һаҡлау эшен камиллаштырыу, йорттарҙа йылытыу системаларын көйләү һөҙөмтәһендә ошоға ирешелгән тип белдерәләр компаниянан. Уҙған йылдың декабрь айы өсөн әлегә 17 мең кешенең түләүҙәре ҡайтанан иҫәпләнгән, 40 меңдән ашыу ғариза ҡаралған. Декабрҙә артыҡ түләнгән сумма буйынса ғаризалар 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә.