Бөгөн Көйөргәҙе районында Социалистик Хеҙмәт Геройы Шәүәли Вәхитов исемендәге премия тапшырылды. Мәртәбәле бүләккә оҫта һауынсы Миләүшә Миңлебаева лайыҡ булды. Ергә берегеп үҫтем, ауыл тормошон яратам, шуға ла бында төпләндем, ти лауреат.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтШәүәли Вәхитов райондың почетлы гражданы. “Ул хеҙмәт батыры булды. Уңғанлығы менән бөтә республикала дан тотто”, - ти Таймаҫ ауыл хакимиәте башлығы Ильяс Юлдыбаев.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтКөйөргәҙелә шулай уҡ райондың социаль-иҡтисади үҫеше өсөн тос өлөш индергән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бүләкләнде.