Башҡортостан ирекмәндәре төҙөкләндерелергә тейешле йәмәғәт биләмәләрен һайлауҙа ярҙам итә. Был проектҡа республика буйынса 600-гә яҡын ирекмән йәлеп ителә. Әле ҡатнашырға теләүселәр ғариза тапшыра. “Артабан иң тәжрибәле һәм әүҙем кандидаттар һайлап алынасаҡ”, - ти республика ирекмәндәр үҙәге етәксеһе Илшат Бикҡолов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтПроектта ҡатнашырға теләгән ирекмәндәр Добро.ру интернет платформаһында 22 мартҡа тиклем ғариза тапшыра ала. Артабан улар өсөн курстар ойошторола. Йәмәғәт биләмәләре өсөн тауыш биреү 26 апрелдән 30 майға тиклем уҙа. Ирекмәндәр халыҡ күп йөрөгән майҙандарҙа эшләй.