Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары был ҡағиҙәне рәсми нығытырға тәҡдим итте. Электр менән эшләүсе автомобиль хужаларына ла парковкаларҙы бушлай ҡулланыуҙы рөхсәт итеү мөмкинлеге ҡарала. Закон проектында билдәләнеүенсә, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, 1-се, 2-се һәм 3-сө төркөм инвалидтарына ошондай социаль яҡлау һәм ярҙам күрһәтеү эшен Республика Хөкүмәте көйләй.