Республика йәмәғәтселеге күренекле яҙыусы, киң билдәле “Ырғыҙ” романы авторын иҫкә ала

Халҡыбыҙҙың мәшһүр әҙибәһе Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 116 йыл. Яҙыусы ғүмеренең һуңғы йылдарын үткәргән Бөрө ҡалаһында бөгөн уға арналған саралар уҙа. Бында әҙибәнең музейы эшләй. Яҙыусы Мәрйәм Буракаева әйтеүенсә, Һәҙиә Дәүләтшина музейында бай материал тупланған, уларҙы халыҡҡа сығарыу өсөн эш алып барырға кәрәк.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Ырғыҙ” романы – башҡорт халҡының тарихи яҙмышын сағылдырған иң сағыу әҫәрҙәрҙең береһе. Һәҙиә Дәүләтшина үлгәндән һуң роман өсөн Салауат Юлаев премияһына лайыҡ була.