Башҡортостанда һуңғы тәүлектә 133 кешелә коронавирус асыҡланған

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 5 мең 134 кеше әле ауырыуҙы еңел үткәрә, 264 дауаханаға һалынған. Һуңғы тәүлектә 223 пациент һауыҡҡан, 2 кешенең ғүмере өҙөлгән. Пандемия башланғандан алып   сирҙе  йоҡтороусылар һаны  29 мең 200-ҙән  артты.  Республикала 93 меңдән ашыу кеше вакцинаның беренсе, 40 меңгә яҡыны икенсе компонент  яһатҡан.