Бәхеткә, Ғәҙәттән тыш хәл мәлендә бинала уҡыусылар булмаған. Кеше ғүмерҙәренә зыян килмәгән. Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бер ҡатлы кирбес бинала бетон плитә емерелеп төшкән. Мәктәп 1970 йылда төҙөлгән.
Майҙаны мең ике йөҙ квадрат метр тәшкил иткән белем усағында 1-сенән 9-сы синыфҡа тиклем 90 бала белем ала. Дәрестәр артабан башланғыс кластар өсөн урындағы балалар баҡсаһында ике сменала, ә 5-9 синыфтарға мәктәптең емерелмәгән өлөшөндә ойошторола. Әле ваҡиға урынына Магнитогорск ҡалаһынан эксперт төркөм саҡырылған. Тикшереү һөҙөмтәләренән һуң авария эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эш башланасаҡ.